Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
9 Апрель 2025, 06:16

Аграрийҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Быйыл Башҡортостанда аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеүгә 80 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. 

«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү» яңы милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») төп бурыстарының береһе – ауыл хужалығын, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен Рәсәйҙә етештерелгән яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү.  

2024 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостанда бөтә төп позициялар буйынса аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү күләменең үҫеше күҙәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Һис шикһеҙ, быға ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ итә.

2022 йылдан Башҡортостан Республикаһының Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә аҙыҡ-түлек етештереүселәр яңы ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлегенә эйә булды.

Программа өс йыл эшләү осоронда предприятиеларға 250 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 100-ҙән ашыу производство эшкәртеү ҡеүәтен яңыртҡан. Бөтәһе 700 миллион һумға 600-ҙән ашыу берәмек техника һәм ҡорамал һатып алынған. Улар башлыса технологик ҡорамалдар, һыуытҡыс камералары, махсус автотранспорт, маркировкалау ҡорамалдары һәм башҡалар.

2025 йылда был дәүләт ярҙамы буйынса 80 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙыҡ-түлек етештереүселәр яңы ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға сығымдарҙың 40 процентын ҡаплай ала. Бер предприятиеға компенсация йылына 5 миллион һумдан артмай, өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән предприятиелар өсөн — 15 миллион һумға тиклем. 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас