Гинекологиялағы яман шеште диагностикалау өсөн яңы техника Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Һүҙ кольпоскоп тураһында бара. Уны гинекологияла йыш ҡына ҡулланалар. Ул яман шеште иртә стадияһында дауаларға булышлыҡ итә. Белгестәр 30 йәше тулғандарға йыл һайын кольпоскопияны үтергә ҡуша. Башҡортостанда яман шеш диагнозының һәр икенсе осрағы иртә стадияһында асыҡлана.
Тап мөһим милли проект - “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.