Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
14 Апрель 2025, 04:06

Экологик акцияға ҡушылырға мөмкин

16 апрелдә Өфөлә үҙенсәлекле экологик акция ойошторола. Был турала республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

“Экологик хәүефһеҙлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сараларына ярашлы, 16 апрелдә Өфөлә “Милли йыйыштырыу үҙенсәлектәре” тигән экологик акция ойошторола. Был турала республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

– Башҡортостан кешеләре тирә-яҡты йыйыштырыу менән бер рәттән, яҡшы кәйефкә өлгәшеү, көс алыу өсөн был акцияға ҡушыла ала. Был өмә генә түгел, ә сағыу тамаша, сөнки концерт та, эковикторина ла, “Ҡурай сәскәһе” тигән флешмоб та була. 16 апрелдә иртәнге 10-сы яртыла Ағиҙел яры буйындағы сәхнә янында осрашабыҙ, – тип асыҡлай “Компас” экологик башланғыстарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды вәкилдәре.

Ике йыл эсендә был акцияла 30 мең кеше ҡатнашҡан, ул илдең 23 төбәгенә таралған. Быйыл да йола дауам ителә: өмә менән бергә күңелле ял саралары ла ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас