Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
22 Апреля 2025, 09:04

Беҙҙең маҡсат – тауар етештереүҙе 30 процентҡа арттырыу

Башҡортостанда мебель фабрикаһы федераль проектта ҡатнашты.

“Велес” мебель фабрикаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) хеҙмәт етештереүсәнлеге федераль проектына ҡушыла. 2001 йылда нигеҙләнгән предприятие – Башҡортостанда корпуслы мебель етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе.

Килешеүгә республика хөкүмәте һәм Төбәк компетенциялар үҙәге менән ҡул ҡуйылды. Предприятиеның төп маҡсаты - һаҡсыл технологиялар индереү һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыу иҫәбенә һөҙөмтәлелекте арттырыу.

– Мебель тармағы һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу күрһәтәБыл уларҙың үҙ конкурентлыҡ һәләтен арттырыуҙан тыш, республика иҡтисады үҫешенә лә өлөш индерә, юғары стандарттар менән экспортҡа йүнәлтелгән производство булдырыуға аҙым яһарға мөмкинлек бирә, – тип һөйләне Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

"Велес" фабрикаһы ҡунаҡ, йоҡо, балалар һәм ишектән ингән ерҙәге бүлмәләр өсөн мебель сығара. Бөтә тауар сертификатланған һәм Рәсәйҙең 15 төбәгенә, шулай уҡ Ҡаҙағстанға оҙатыла.

– Һаҡсыл технологияларҙы индереүҙе беҙ етештереүҙең тар урыны булған фасадтарҙы вакуумлаштырыу участкаһынан башлайбыҙБыл участканы ҡулайлаштырыуҙан һуң ыңғай тәжрибәне башҡа технологик процестарға ла таратырға планлаштырабыҙ: бысыу, быраулау, ҡырҡыу, төрөү. Беҙҙең маҡсат – тауарҙы етештереүҙе 30 процентҡа арттырыу– тип белдерҙе “Велес” фабрикаһының генераль директоры Руслан Сәләхов.

Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиела эшләй башланы ла инде, хеҙмәткәрҙәрҙе “Етештереү процестары фабрикаһы” уҡыу майҙансығында уҡыталар. Был тауарҙың үҙҡиммәтен кәметергә, участкаларҙың етештереүсәнлеген арттырырға һәм продукция етештереү ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирер тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль проектта ҡатнашыусылар ташламалы финанслауға, һанлы сервистарға һәм уҡытыуға эйә була. Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында билдәләүҙәренсә, һаҡсыл технологияларҙы “МЕТТА” һәм “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең мебель тармағы компаниялары уңышлы тормошҡа ашырған да инде.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас