Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
5 Май 2025, 09:45

Илебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһе – Башҡортостанда

Ул Әбйәлил районында урынлашҡан: 13 гектар самаһы ерҙә 50 мең тирәһе ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

Илебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһе – БашҡортостандаИлебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһе – Башҡортостанда
Илебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһе – Башҡортостанда

Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы дауам итә. Ул “Экологик хәүефһеҙлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.

Акция барышында урмансылар ике миллион ағас үҫентеһе ултыртыуҙы планлаштырған. Был хаҡта БР Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Әбйәлил районында илебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһен булдырғандар. Бының өсөн 13 гектар самаһы ерҙә 50 мең тирәһе ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

– Был экологик башланғыс ҡына түгел, ә киләһе быуындарға еткерергә теләгән мөрәжәғәтебеҙ ҙә. Ошо ерҙән үткән һайын, улар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алыр, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы РФ Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Быйыл ул айырым мәғәнәгә эйә – илебеҙ субъекттарының һәр ҡайһыһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы иҫтәлегенә ағастар ултыртыла. Акция Рәсәйҙәге Ватан һаҡсылары йылына ла арнала.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас