Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
19 Май 2025, 11:47

“Башҡортостан кирбесе” яңы үҫеш юлында

Предприятие һаҡсыл технологиялар индерә

 

 “Башҡортостан кирбесе” заводы хеҙмәткәрҙәре “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты ярҙамында һаҡсыл технологияларҙы үҙләштерәсәк. Был турала республиканың компетенциялар үҙәге хәбәр итә.

-Был һаҡсыл алымдарҙы индереүсе кирбес етештергән өсөнсө ойошма. Процесты яҡшыртыу, продукция күләмен арттырыу өсөн компания бөтә мөмкинлектәрҙе лә ҡуллана, - тине төбәк премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Республика компетенциялар үҙәге эксперттары производство циклына диагностика эшләйәсәк, һәр процесты анализлаясаҡ.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, тирә-яҡ мөхиткә негатив йоғонтоно кәметеү.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас