Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
24 Июня 2025, 10:36

Социаль проекттар ҡабул ителә

Программала ҡатнашыуға социаль өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар, компаниялар саҡырыла.

2025 йылдың 29 июненә тиклем “Социаль проекттар акселераторы” бушлай программаһында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә. Был эш “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программала ҡатнашыуға социаль өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар, компаниялар саҡырыла.

– Был башланғыс йүнселдәргә финанслауҙың яңы сығанаҡтарынан файҙаланыу, заманса идара итеү алымдарын үҙләштереү, эштә нейротехнологияларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген бирә, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. 

Акселератор оҫталыҡ дәрестәренән, тренингтарҙан, ғәмәли күнекмәләрҙән торған дүрт көнлөк интенсивты үҙ эсенә ала. Йүнәлештәре – структура нетворкингы, бизнес моделдәрҙе яңыртыу, проектты анализлау, көсһөҙ яҡтарын билдәләү һәм хаталарҙы төҙәтеү, процестарҙы ҡулайлаштырыу өсөн яһалма интеллектты ҡулланыу һ.б. Бынан тыш, акселераторҙа ҡатнашыусылар “Аҡыл ҡоролтайы” осрашыуы барышында Башҡортостандың социаль бизнес вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеген аласаҡ.

Был уҡыуҙарҙы көнүҙәк темаларға бағышланған ете вебинар, асыҡ сығыш яһауҙар буйынса ике эксклюзив тренингтан торған программа дауам итәсәк. Ҡатнашыусыларҙы эксперт-трекерҙарҙың һәр проектты үҫтереүҙең индивидуаль планын эшләүгә йүнәлтелгән дәрестәре көтә. Программаны йомғаҡлау көнөндә иң яҡшы хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

Башҡортостан алты йыл рәттән социаль эшҡыуарҙар иҫәбе буйынса лидерлыҡ позицияһын биләй. Бөгөн республикала ошондай статуслы, дәүләттең төрлө ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә 600-ҙән ашыу предприятие иҫәпләнә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас