Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
30 Июнь 2025, 06:50

Башҡортостан Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға 279 тонна көрпә оҙатты

Һынау лабораторияһында тауар һынауҙарҙы уңышлы үткән

Йыл башынан алып Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға 279 тонна бойҙай киҫәге  сығарған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында иген эшкәртеү тауары һынауҙарҙы уңышлы үткән.

“Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, Башҡортостандан бойҙай көрпәһен импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә”, – тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас