Башҡортостандың туризм өлкәһенә һуңғы ике йылда 3,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Шуның 1,5 миллиард һумы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (нацпроект ”Туризм и гостеприимство”) буйынса федераль ҡаҙнанан бүленгән. Был мәғлүмәт БР Хөкүмәте ултырышында туризм өлкәһенең йәйге миҙгелгә әҙерлеген тикшергәндә асыҡланды, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте.
Республикала уңайлы, заманса туристик инфраструктура булдырыу буйынса эш әүҙем бара. Премьер-министр Андрей Назаров һүҙҙәренән аңлашылыуынса, әлеге ваҡытта республикала 600-ҙән ашыу ҡунаҡхана ише урын бар, һуңғы биш йылда номерҙар фонды 800-гә артҡан.
Туризмдың яңы төрө – глэмпингтарҙа ял итеү торған һайын билдәлерәк була бара. 2020 йылда уларҙың һаны бишәү генә булһа, хәҙер инде 120. шуларҙың 110-һында йыл әйләнәһенә ял итергә була.
– Глэмпингтарға ихтыяж әле ныҡ артты, айырыуса ял һәм байрам көндәренә күп, – тине БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Миҙгел башланыуға 59 рәсми маршрут билдәләнгән, улар араһында йәйге шарттарға ҡулайлаштырылғандары ла бар. Төрлө йүнәлештәге 61 ҙур саранан торған календарь ҙа төҙөлгән. Туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтеүгә айырым иғтибар бүленә.