Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
2 Июль 2025, 04:05

14 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителә

Эш эҙләүселәргә мөмкинлектәр киң.

Эшкә урынлашыуҙың Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең федераль этабы 27 июндә, “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) башҡарыла. Башҡортостанда был сара 62 ҡала һәм районда ойоштороласаҡ, эш биреүселәр унда 14 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итә. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

- Был сараны уҙғарыу йолаға әүерелгән. Ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм ил буйынса эш биреүселәрҙе, эш эҙләүселәрҙе берләштерә. Йәрминкәлә күләмле вакансиялар парады тәҡдим ителә. Апрель айында сараның төбәк этабында республикабыҙҙың ике меңдән ашыу кешеһе эш тапҡан, - ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Йәрминкәлә 600-гә яҡын компания ҡатнашасаҡ. Улар араһында эре корпорациялар ҙа, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре лә бар. Килеүселәргә һорау менән ҡулланылған вакансиялар тәҡдим ителә, промтурҙар ойошторола, мастер кластар күрһәтелә. Тренажер-симулятор ярҙамында ла төрлө һөнәрҙәр менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Милли проекттар ил Прзиденты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас