Асҡар үҙәк район дауаханаһы яңы «Элепс» электрохирургия аппараты алды. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
“Элепс” аппараты — электрохирургияла ҡулланылған заманса ҡорамалдар, операцияларҙы юғары дәрәжәлә теүәллек һәм туҡымаларҙы минималь йәрәхәтләү менән башҡарырға мөмкинлек бирә.
Был сирлеләрҙең тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, операциянан һуң ҡатмарлыҡтар килеп сығыу хәүефен дә кәметә.
— "Был "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым. Был ҡоролманы ҡулланыу үҙебеҙҙең пациенттарға күрһәткән медицина ярҙамы сифатын һиҙелерлек яҡшыртыр тип ышанабыҙ", - ти Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙайлы ғүмерле булыуының яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә еткереү планлаштырыла.