Башҡортостандағы “Минең бизнес” үҙәгенең мобиль офисы йыл башынан республиканың 21 муниципалитетында булған. Күсмә ҡабул итеүҙәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме нигеҙендә булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Әлегә һуңғы күсмә ҡабул итеү Күгәрсен районында уҙған. Был юлы урындағы 15 эшҡыуар һәм үҙмәшғүл үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алған.
– Күсмә консультациялар программаһы республиканың төпкөл, “Минең бизнес” үҙәге филиалы булмаған урындарҙа үткәрелә. Был сара эшҡыуарҙарға бизнесҡа ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулай, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Күгәрсендә осрашыуҙы “Минең бизнес” үҙәгенең Күмертауҙағы офисы етәксеһе Регина Әлимбәкова үткәрҙе. Ул бизнесты планлаштырыу нигеҙҙәре, ташламалы лизинг һәм кредитлау программаларының шарттарына бәйле аңлатма бирҙе. Шулай уҡ төбәктәге бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы ойошмалары тураһында һөйләне.
Сираттағы күсмә ҡабул итеү 2 августа Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында була.