Квалификацияны камиллаштырыу милли агентлығында урта звено белгестәрен һәм эшсе кадрҙарҙы әҙерләүҙә иң яҡшы тәжрибәләрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтте. Башҡортостандың “Иретеп йәбештереү производствоһында кадрҙар проблемаһын комплекслы хәл итеү: колледжды тамамлаусыларҙы эш урынына әҙерләү” проекты икенсе урынды алды. Йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү “Кадрҙар” милли проектының өҫтөнлөгө булып тора.
2025 йылда конкурс “Тармаҡ һәм төбәк кимәлендә кадрҙар әҙерләүҙә предприятиеларҙың һәм белем биреү ойошмаларының күп яҡлы хеҙмәттәшлеге” номинацияһында үтте. Ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Рәсәйҙең илле төбәгенән белем биреү ойошмалары, эш биреүселәр, тармаҡ берекмәләре ебәрҙе.
Финалға ете практика сыҡты. Командалар проекттарын презентацияланы һәм жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе.