Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
17 Июль 2025, 09:02

Баймаҡ дауаханаһына – яңы автомобилдәр

Баймаҡ дауаханаһына – яңы автомобилдәр

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының автопаркы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, өс яңы LADA LARGUS  автомобиле менән тулыланды.

 Яңы еңел автомобилдәр менән ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы илтергә мөмкин. Салонда носилкаларҙан башҡа педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм һауалағы бактерияларҙы, вирустарҙы  юҡҡа сығарыусы рециркулятор бар. Был балаларҙы ташырға мөмкинлек бирә һәм предметтар өҫтөн йоғошһоҙландырыуҙы гарантиялай.

“Милли проектты тормошҡа ашырыу заманса медицина ҡорамалдарын, транспорт сараларын алырға мөмкинлек бирә. Был беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген  арттыра. Яңы автомобилдәр пациенттарҙы хәүефһеҙ йөрөтөүҙе тәьмин итә һәм медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мөмкинлектәрҙе арттыра”, – тине дауахананың баш табибы Илшат Рыҫҡужин.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас