Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
20 Июль 2025, 04:10

Дауаханаға яңы хирургия яҡтыртҡыстары алынды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу дауахананың матди-техник базаһын нығытырға, медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрергә, пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.

Нефтекама дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике күсмә һәм ике аҫмалы хирургия яҡтыртҡысы алынды.

Яҡтыртҡыстар операция һәм диагностик тикшеренеүҙәр ваҡытында операция биләмәһен яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Эш урынын яҡтыртыуҙы көйләүҙе, яҡтылыҡ сифатының юғары булыуын тәьмин итә. Өҫтәүенә яҡтыртыу блоктарын еңел күсереп була, вертикаль күсәре тирәләй теләгәнсә өйрөлтөргә мөмкин. Шулай уҡ тейешле торошто һайлап, нығытып ҡуйырға була.

– “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу беҙгә матди-техник базаны нығытырға, медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрергә, пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Яңы яҡтыртҡыстар операцияларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым, – тине Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас