Башҡортостанда М-12 “Көнсығыш” федераль автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө – Әчит участкаһында мобиль бәйләнеш булдырылды. Был хаҡта БР Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы хәбәр итте. Төбәктә бәйләнеш селтәрен, интернетты үҫтереү "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проекты ("национальный проект "Экономика данных") маҡсаттарына тап килә. Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар халыҡтың көнкүрешен төрлө яҡлап яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, тағы ла күләмлерәк итеп РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы быйылдан тормошҡа ашырыла башланы.
- Юғары тиҙлекле трассала мобиль бәйләнеш водитель һәм пассажирҙарға уңайлы булыуҙан тыш, хәүефһеҙлек өсөн дә мөһим. Юлда ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуһа, теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә була. Был республика иҡтисадын һәм инфраструктураһын үҫтереү элементы ла - эшҡыуарҙар бәйләнеш йүнләп тотмаған ерҙә юл буйы кафелары асырға теләмәҫ ине, - тине дәүләт идараһы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Дүртөйлө - Әчит юлы участкаһында яҡшы мобиль интернет һәм тауыш бәйләнеше булдырылды. 275 километрлыҡ автомагистраль тағы ла ҙурыраҡ трасса - М-12 “Көнсығыш” федераль автомобиль юлының бер өлөшө булып тора. Ул өс субъект - Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе аша үтә.
LTE селтәре мөмкинлектәре водителдәргә юлда музыка тыңларға ғына түгел, ә ҡушымталар аша яғыулыҡ өсөн түләргә, шулай уҡ навигация сервистары һәм карталар менән файҙаланырға булыша. Пассажирҙар иһә юғары сифатлы видео ҡарай һәм сәйәхәт ваҡытында интернет аша ғәҙәти ғәмәлдәрен башҡара ала.
– Республиканың төп транспорт маршруттарында юл япмаһын яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ. Күптән түгел Архангел - Ҡолмас юлының таулы участкаһында мобиль элемтә барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙҙең абоненттар М-12 трассаһының яңы участкаһы буйлап та һанлы уңайлылыҡ менән сәйәхәт итә ала. Был сәйәхәтселәр өсөн уңайлы ғына түгел, ә навигация менән файҙаланырға, социаль селтәрҙәрҙә кисерештәр менән уртаҡлашырға һәм башҡа һанлы сервистарҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был – хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә. Тиҙ арала ярҙам алыу өсөн ышаныслы бәйләнеш бик мөһим, – тип һөйләне Башҡортостанда МТС компанияһы директоры Егор Фисюк.