Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
25 Июль 2025, 06:55

Көнбағыш майы Ҡытайға оҙатылған

Башҡортостан продукцияһы барлыҡ талаптарға яуап бирә.

Көйөргәҙе районының ҙур май етештереү заводы Ҡытайға 1351 тонна көнбағыш майы оҙатҡан. Был турала төбәктең Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ауыл хужалығы комплексы продукцияһын ситкә оҙатыу күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперция һәм экспорт” милли проектына ярашлы башҡарыла. (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)

2025 йыл башынан төбәктең май етештереү предприятиелары Ҡытайға 9,94 мең тонна көнбағыш майы ебәргән. Көнбағыш майының өлгөләре Ҡытай халыҡ републикаһының баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, лабораторияла барлыҡ тейешле һынауҙарҙы ла үткән.

Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған.

Башҡортостанда үҫтерелгән көнбағыштан көнбағыш майы фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас