Туймазы дауаханаһы автопаркы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ете "Лада Гранта" автомобиленә байыны.
Еңел автомобилдәр дүрт пассажирҙы йөрөтә ала, шул иҫәптән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бер пассажирҙы. Бының өсөн төрлө уңайлыҡтар ҡаралған.
Әгәр пассажир инвалид креслоһынан күсеп ултырырға теләһә, креслоны урынлаштырыу өсөн багажникта урын ҡаралған.
– Милли проектты тормошҡа ашырыу беҙгә заманса медицина ҡорамалдары, транспорт саралары алырға мөмкинлек бирә. Яңы автомобилдәр саҡырыуҙарға тиҙерәк барып етергә, пациенттарҙы юлда хәүефһеҙләнмәй илтергә, медицина ярҙамы мөмкинлектәрен арттырырға ярҙам итәсәк, тип билдәләне дауахананың баш табибы Илдар Гәрәев.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.