Баҡалы үҙәк район дауаханаһына ике "Лада-Ларгус" машинаһы һатып алынған. Мөһим сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында тормошҡа ашырылған. Был яңылыҡты Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Еңел автомобилдә ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы ташырға мөмкин. Сирлене ятҡырыр өсөн икенсе рәттәге ултырғыстың бер өлөшө йыйыла, ә буш торған арала махсус ҡабул итеү ҡоролмаһы һәм йыйылған килеш йәтеш кенә ҙурлыҡта булған күтәргестәр урынлаштырыла. Шуға ла автомобилде транспорт сараһы итеп йә анализдар ташыу өсөн генә түгел, ә пациенттарҙы дауаханаға алып килеү өсөн дә тотонорға була.
Медицина хеҙмәте автомобиле салоны комплектацияһына шулай уҡ педиатрия ҡайыштары йыйылмаһы һәм нурландырыусы рециркулятор инә. Был балаларҙы ташырға, машинала эргә-тирәне яҡшылап дезинфекцияларға мөмкинлек бирә.
– Милли проект беҙгә пациенттарҙы яҡшыраҡ хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирә. Яңы автомобилдәр өлкәндәрҙе лә, кескәй пациенттарҙы ла тиҙ арала, уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп килтереп еткерергә ярҙам итә. Был – халыҡтың медицина ярҙамын үҙ ваҡытында, уңайлы итеп алыуына тағы бер мөһим аҙым, – ти Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.