Биш йыл эсендә Сибайҙа 250-нән ашыу эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙғарылған. Уларҙың 97 проценты уңышлы тормошҡа ашырылған, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте.
Ҡалаға бүленгән инвестицияларҙың дөйөм суммаһы - 299 миллиондан ашыу һум. Был 393 яңы эш урыны булдырырға ярҙам иткән.
- “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нең практикаһы эшҡыуарҙар һәм власть араһында әүҙем бәйләнешкә йоғонто яһай. Был иһә бизнес-башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) башҡарыла, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Сибайҙа тәүге Эшҡыуарлыҡ сәғәте 2019 йылдың 28 мартында уҙғарылған. Был ваҡыт эсендәге проекттарҙың 40 проценты сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡағыла, 30 проценты етештереүгә тура килә, 15 процентын туризм биләй.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.