Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
30 Июль 2025, 05:35

Яҙғы урмандарҙы тергеҙеү эштәре буйынса план арттырып үтәлгән

Урман хужалыҡтары ябыҡ тамыр системаһы булған ултыртыу материалын үҫтереү өсөн 66 теплица төҙөгән. Республикала шулай уҡ урманды тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн асыҡ ерҙәге 65 урман питомнигы бар.

Башҡортостанда "Экологик именлек" (национальный проект «Экологическое благополучие») милли проекты сиктәрендә 5,5 мең гектар самаһы майҙанда яҙғы урман эштәре башҡарылған, был раҫланған пландың 115% тәшкил итә. Был хаҡта республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр.

— 2019 йылдан алып 93 мең гектарҙан ашыу урманды тергеҙә алдыҡ, урман янғындары һәм урман хужалығы техникаһы паркын яңырттыҡ. Урман янғын һүндереү частарының техникаһы 100 процентҡа тиклем яңыртылды, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Урман тергеҙеү һәм урман үҫтереү эштәренең күпселек өлөшө ҡул йәки механик ысул менән башҡарылған – яҡынса 5,1 мең гектарҙа урман культуралары ошо рәүешле ултыртылған. Урмандарҙы тергеҙеү иң ҙур күләмдә интенсив ҡырҡылған райондарҙа: Белорет, Учалы, Йылайыр, Баймаҡ райондарында башҡарылған.

Бынан тыш, инвентаризация һөҙөмтәләре буйынса урман культураларының йәшәү кимәле пландан түбәнерәк булған биләмәләрҙә Башҡортостан урмансылары урман культураларын тулыландырған. Бындай майҙандар 3,1 мең гектарҙан ашыу тәшкил иткән.

Урман хужалыҡтары ябыҡ тамыр системаһы булған ултыртыу материалын үҫтереү өсөн 66 теплица төҙөгән. Республикала шулай уҡ урманды тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн асыҡ ерҙәге 65 урман питомнигы бар.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас