Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
31 Июль 2025, 04:08

Башҡортостан компаниялар йыйыуҙы дауам итә

Сара 19-20 августа Ҡырғыҙстан Республикаһынының Бишкәк ҡалаһында үтәсәк.

Башҡортостан экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге 19-20 августа Бишкәктә үтәсәк Ҡырғыҙстан Республикаһына бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн төбәктәге компанияларҙан ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә.

Ҡырғыҙстан партнерҙары менән хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты маҡсаттарына ярашлы төҙөлә, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Бизнес-миссия бай бизнес-программаны үҙ эсенә ала: потенциаль партнерҙар менән шәхси осрашыуҙар, эшлекле бәйләнештәр менән алмашыу, предприятиеларға барыу. Башҡортостан бизнесмендарына Ҡырғыҙстан баҙарына сығыу өсөн майҙансыҡ булдырылған: трансфер һәм тулы ярҙам ойошторолған. Бизнес-миссияла ҡатнашыу бушлай. Компаниялар осоу, йәшәү урыны һәм шәхси сығымдар өсөн генә түләй. Төрлө тармаҡта эшләгән Башҡортостан компаниялары саҡырыла.

— Ҡырғыҙстан компаниялары менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡырғыҙстан коллегаларыбыҙ үткәргән халыҡ-ара күргәҙмә һәм йәрминкә сараларында даими ҡатнашабыҙ, унда партнерҙарҙы үҙ стендтарыбыҙға саҡырабыҙ. Улар менән эшлекле миссиялар ойоштороу тәжрибәбеҙ ҙә бар. Алдынғы тәжрибә менән алмашыу өҫтөндә системалы эш алып барабыҙ, һөҙөмтәлә контракттар төҙөйбөҙ, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырабыҙ.

Алдағы бизнес-миссия – баҙарҙы тәрән өйрәнеү һәм перспективалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҙур мөмкинлек. Беҙҙең эшҡыуарҙар һатып алыусыларҙы таба алыр тип ышанам, — тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Ҡырғыҙстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә 2,9 процент өлөшө менән 8-се урынды биләй. Башҡортостан менән ВТО-ның дөйөм күләмендә Ҡырғыҙстан менән экспорт өлөшө 97,5 процент тәшкил иткән.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас