Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
31 Июля 2025, 04:06

Күркә итен Конгоға оҙаттыҡ

Йыл башынан Башҡортостандан Африка илдәренә 324 тонна ит продукцияһы тапшырылған.

Күркә итен Конгоға оҙаттыҡКүркә итен Конгоға оҙаттыҡ
Күркә итен Конгоға оҙаттыҡ

27 тонна күркә итенән әҙерләнгән ярымфабрикаттар Башҡортостандан Конгоға оҙатылған, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" идаралығының республика буйынса матбуғат хеҙмәте.

Төбәктең агросәнәғәт комплексынан продукцияны сит илдәргә һатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Мәләүез районынан ҡошсолоҡ фермаһы Санкт-Петербург диңгеҙ портына рефрижераторлы йөк машинаһы менән 27 тонна туңдырылған күркә итенән эшләнгән ярымфабрикаттар ебәрҙе. Артабан йөк диңгеҙ юлы менән Конго Демократик Республикаһына юлланасаҡ.

Йыл башынан Башҡортостандан Африка илдәренә: Бенинға, Гвинея Республикаһына, Конгоға дөйөм ауырлығы 324 тонна тәшкил иткән 12 партия ит продукцияһы тапшырылған.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас