Өфө дәүләт нефть техник университетында – вуз-ара кампус резидентында 10 йылдан ашыу инде уникаль IT-белгестәр әҙерләйҙәр. Улар – программистар ғына түгел, ә "технологиялар теле"ндә – инглиз телендә иркен һөйләшкән профессионалдар. Кампустар төҙөү Һәм үҫтереү "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") маҡсаттарына ярашлы алып барыла.
Һүҙ нефть һәм газ тармағында яһалма интеллект технологияһын әҙерләү программаһы тураһында бара, ул үҙендә тәрән техник белем биреүҙе һәм инглиз телен интенсив өйрәнеүҙе берләштерә. Бындай комбинация халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең үҫеше һәм IT-белгестәргә ихтыяждың юғары булыуы шарттарында уңышҡа асҡыс булып тора.
Программа – хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы һәм сит телдәр кафедраларының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, предметтарҙың байтаҡ өлөшө инглиз телендә уҡытыла, өҫтәүенә, студенттар телде өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уның менән фекер йөрөтөргә тырыша: алгоритмдар тураһында фекер алыша, код яҙа, проекттарҙы яҡлай.
2025 йылғы сығарылыш уҡыусылары дипломдарын инглиз телендә яҡлай, шул иҫәптән докладтар һәм комиссия һорауҙарына яуаптарҙы ла инглизсә бирә. Проекттар уҡыу өсөн түгел, ә мэрия бүлексәләре, медицина учреждениелары һәм университет кафедралары өсөн реаль була. Һөҙөмтәлә ун студенттың һигеҙе "бик яҡшы" билдәләренә лайыҡ була.