27 тонна күркә итенән әҙерләнгән ярымфабрикаттар Башҡортостандан Конгоға оҙатылған, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" идаралығының республика буйынса матбуғат хеҙмәте.
Төбәктең агросәнәғәт комплексынан продукцияны сит илдәргә һатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәләүез районынан ҡошсолоҡ фермаһы Санкт-Петербург диңгеҙ портына рефрижераторлы йөк машинаһы менән 27 тонна туңдырылған күркә итенән эшләнгән ярымфабрикаттар ебәрҙе. Артабан йөк диңгеҙ юлы менән Конго Демократик Республикаһына юлланасаҡ.
Йыл башынан Башҡортостандан Африка илдәренә: Бенинға, Гвинея Республикаһына, Конгоға дөйөм ауырлығы 324 тонна тәшкил иткән 12 партия ит продукцияһы тапшырылған.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.