Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
6 Август 2025, 11:37

Ишембай-Воскресенск-Мәләүез юлында эштәр дауам итә

Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә Воскресенск ауылынан йөк трафигын сығарыу һәм ике меңдән ашыу кеше өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкин буласаҡ. 

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Ишембай-Воскресенск-Мәләүез юлында капиталь ремонт дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Воскресенск ауылы эргәһендәге ике километр оҙонлоҡтағы участкала төҙөүселәр түшәм ҡатламын һалған, ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан нигеҙен төҙөп бөтөргән һәм асфальт һала башлай. Әле юлсылар асфальт-бетон япма һалырға, юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй.

– Элек юл ҡырсынташ менән ҡапланған була. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уны капиталь ремонтлау башланды. Бөтә эштәр тамамланғандан һуң юл асфальт-бетонға әйләнә. Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә Воскресенск ауылынан йөк трафигын сығарыу һәм ике меңдән ашыу кеше өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкин буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Эштәр график буйынса алып барыла. 2025 йылда Ишембай-Воскресенск-Мәләүез юлының алты километрлыҡ участкаһын, ә киләһе йылда был юлдың тағы дүрт километрын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 735 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас