Краснокама үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, күсмә рентген-аппарат алынды. Яңы ҡорамал һүрәтте, мобиль сымһыҙ яҫы панелле детекторға теркәп, рентгенография үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Һүрәттәрҙе дауахана палаталары һәм махсуслаштырылмаған биналар шарттарында эшләргә мөмкин.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, аппаратты еңел генә күсереп йөрөтөргә мөмкин. Һанлы технология тикшереү барышында компьютер экранында тиҙ генә юғары сифатлы диагностика һүрәте алырға һәм экспресс-диагностика үткәрергә мөмкинлек тыуҙыра.
– “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, беҙ диагностикала мөмкинлектәребеҙҙе һиҙелерлек киңәйтәсәк заманса ҡорамал алдыҡ. Хәҙер пациенттарыбыҙ палаталарҙа сифатлы тикшереү үтә аласаҡ, диагноз ҡуйыу процесы тиҙләтеләсәк, – тине Краснокама дауаханаһының баш табибы Фәғит Бәҙертдинов.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.