Ҡырмыҫҡалы районында республикабыҙҙағы иң ҙур һәм заманса элеватор сафҡа инде. Агросәнәғәт объекттарын төҙөү, техник һәм технологик модернизациялау “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) башҡарыла. Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Ҡеүәте 122 мең тонна игенгә көйләнгән элеватор эш башлаған. Шулай ҙа объектта төҙөлөш эштәре дауам итә.
Был элеваторҙы “Урожай” агрохолдингы төҙөгән. Объект 2,6 миллиард һум тәшкил итә. Агрохолдинг етәксеһе Радик Рафиҡов билдәләүенсә, һаҡлау өсөн ҡеүәттәр етмәү арҡаһында элек хужалыҡ күп сығымдар түккән. Хәҙер был проблема хәл ителгән.
-Заманса юғары технологиялы ошондай объекттар аграрийҙарҙың һауа шарттарына бәйлегеген кәметергә булышлыҡ итә, сөнки яланда игендең кипкәнен көтөргә кәрәкмәй, комбайндарға баҫыуға инеү мөмкинлеге булыу менән уңышты йыйырға мөмкин була, - ти Башҡортостандың Премьер–министр урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.