Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
16 Август 2025, 10:35

Эшҡыуарға – льготалы финанс ярҙамы

Винер Нәбиуллин бай тәжрибәле эшҡыуар, утыҙ йылдан ашыу уңышлы эшләй. Хеҙмәте йылылыҡ системаларын үҙгәртеп ҡороу менән бәйләнгән.

Эшҡыуарға – льготалы финанс ярҙамыЭшҡыуарға – льготалы финанс ярҙамы
Эшҡыуарға – льготалы финанс ярҙамы

2025 йылда Салауат ҡалаһынан эшҡыуар Винер Нәбиуллин әйләнештәге средстволарын уңышлы тулыландырҙы һәм Башҡортостан микрокредит компанияһынан алған 900 мең һумлыҡ займға кәрәкле материалдар һатып алды. Эшҡыуарға «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектына (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы ярҙам күрһәтелде.

– Микрофинанс ярҙамы бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларының эш һөҙөмтәһен күтәреүҙә төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Тап әйләнештәге средстволарҙы тулыландырыу эшҡыуарҙар араһында ҙур һорау менән файҙалана, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Винер Набиуллин бай тәжрибәле эшҡыуар, утыҙ йылдан ашыу уңышлы эшләй. Хеҙмәте йылылыҡ системаларын үҙгәртеп ҡороу менән бәйләнгән. Ышаныслы партнер һәм юғары кимәлдәге профессионал булыуы инвестициялар йәлеп итеүгә ярҙам итә. Заем Башҡортостан микрокредит компанияһында йылына 4,5 проценттан башлана. Заявканы онлайн рәүештә компанияның рәсми сайты аша йәки МСП.РФ федераль һанлы платформаһы аша ебәрергә мөмкин.

Иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас