Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
22 Август 2025, 05:30

Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған

Светлана Попованың ҡарт олатаһы Бөрө сауҙагәре Кузьма Серпионовтың икмәкханаһы һәм ат ихатаһы була. Аш-һыуға һөйөү, ҡунаҡсыллыҡ, егәрлелек, башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү уға нәҫелдән күскән, тип иҫәпләй Бөрө эшҡыуары.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын “Ғаилә” национальный проект “Семья”) милли проекты сиктәрендә үҙ эшен үҫтереүгә 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған, тип хәбәр итә төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Светлана Попова социаль контрактҡа ҡул ҡуйған, был уға өйҙә эшләнгән ярымфабрикаттар етештереү буйынса оҫтаханаһын киңәйтеү мөмкинлеген биргән. Дәүләттән килгән аҡса кәрәкле ҡорамалдарҙы: һыуытҡыс, туңдырғыс, ит турағыс, электр плитаһы, ҡамыр бутау ҡоролмаһы һатып алырға мөмкинлек биргән, шулай уҡ ассортиментты ла һиҙелерлек төрләндерелгән.

Светлана Попова үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнеүен, үҙен тамырҙарына бәйле итеп тойоуын таный. Уның ҡарт олатаһы Бөрө сауҙагәре Кузьма Серпионовтың икмәкханаһы һәм ат ихатаһы була. Аш-һыуға һөйөү, ҡунаҡсыллыҡ, егәрлелек, башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү уға нәҫелдән күскән, тип иҫәпләй Бөрө эшҡыуары.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас