Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, йыл башынан 4,6 процентҡа артҡан.
Был һөҙөмтәләргә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының ярҙам саралары ярҙамында өлгәшелә, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
– Урта бизнес сегменты бигерәк тә һиҙелерлек үҫеш күрһәткән – 5 процентҡа артҡан, ә бәләкәй ойошмалар 2,8 процентҡа үҫкән. Был беҙҙең бизнес тармағының сифатлы үҫеше хаҡында һөйләй. Хөкүмәттең төрлө ярҙам саралары, шул иҫәптән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект „Эффективная и конкурентная экономика“») милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ,- ти төбәк Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектының маҡсаттары булып иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү тора. Иҡтисадтың сәнәғәт тармаҡтары, юғары технологиялар һәм йәштәр бизнесы перспективаларына айырым иғтибар бирелә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.