Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
3 Сентябрь 2025, 04:35

Йәш ҡош-ҡортто экспортҡа ебәреү артҡан

Был йәһәттән Бәләбәй, Баҡалы, Бүздәк, Дүртөйлө райондары һөҙөмтәле эшләй.

Башҡортостандың ҡошсолоҡ предприятиелары быйыл йыл башынан Ҡаҙағстан һәм Беларуссияға йәш ауыл хужалығы ҡош-ҡортон экспортлауҙы сирек тапҡырға арттырған. Былтыр ғинуар–август айында 132 мең баш оҙатылған булһа, быйыл был күрһәткес 197 мең баштан артып китә. Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һүҙ йәш тауыҡтар, яңы сыҡҡан бер тәүлеклек тауыҡ себештәре, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләре тураһында бара.

Экспортҡа күпләп ҡош-ҡорт оҙатыусылар - Бәләбәй, Баҡалы, Бүздәк, Дүртөйлө райондары предприятиелары. Сит илгә ебәрер алдынан тере продукция барлыҡ тейешле лаборатор һынауҙарҙы тулы күләмдә үтә, тип хәбәр итәләр күҙәтеү ведомствоһында.

Сит илгә агросәнәғәт продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас