«Альянс» төҙөлөш холдингы өсөн тренинг етештереүҙе оптималләштереү буйынса эште башлау өсөн нигеҙ булды. Киләһе этап процестарҙы диагностикалау һәм төҙөкләндереүҙе тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын төҙөү буласаҡ.
“Альянс” компанияһы "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡ иҡтисад" (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" федераль проектында ҡатнашыусы булды. Уның хеҙмәткәрҙәре “Етештереү процестары фабрикаһы” уҡыу тренажерында шөғөлләнде. Сараны Республиканың Төбәк компетенциялар үҙәге предприятиеның һаҡсыл етештереү инструменттарын тормошҡа ашырыуға әҙерлек сиктәрендә үткәрҙе.
«РКК РБ-ла уҡытыу предприятиеларҙы һаҡсыл етештереү принциптары буйынса эшләүгә яраҡлаштырыуҙың мөһим этабы булып тора. Ғәмәли формат шунда уҡ камиллаштырыу мөмкинлектәрен күрергә һәм уны тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек бирә», — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, “Процесс фабрикаһында” уҡыу үткән компаниялар етештереүсәнлеген 10-15 процентҡа арттыра. Быйыл РКК уҡыу майҙансыҡтарында 150-нән ашыу кеше һаҡсыл инструменттарҙы үҙләштергән дә инде.
"Был майҙансыҡта беҙ команда эшенең нимә икәнен аңланыҡ. Яңы практик белемдәр етештереү процесына яңыса ҡарарға мәжбүр итә. Һәр ҡатнашыусы үҙ эшен яңы күҙлектән сығып баһаланы. Производствоны оптималләштереү буйынса алға барыу өсөн йөкләмә алдыҡ», — тине «Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хужаһы Илшат Зарипов.