Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
5 Сентябрь 2025, 09:32

Сибай кондитерҙары бизнестарын үҫтереү өсөн 1 миллион һум аҡса алған

Башҡорт микрокредит компанияһы тарафынан бирелгән ташламалы кредит торттарҙы күпләп етештереү процестарын камиллаштырыуға нигеҙ буласаҡ. Был дәүләт ярҙамы алыуҙың тәүге осрағы түгел: 2022 йылда эшҡыуарҙарға 2,1 миллион һум күләмендә кредит бирелгән.

Сибай кондитерҙары бизнестарын үҫтереү өсөн 1 миллион һум аҡса алғанСибай кондитерҙары бизнестарын үҫтереү өсөн 1 миллион һум аҡса алған
Сибай кондитерҙары бизнестарын үҫтереү өсөн 1 миллион һум аҡса алған

Сибай ҡалаһынан кондитерҙар Юрий һәм Елена Ивановтар ғаиләһе Башҡорт микрокредит компанияһына мөрәжәғәт итеп, 1 миллион һумлыҡ займ алған. Был аҡса ҡорамалдарҙы яңыртыуға йүнәлтелә, ул етештереү күләмен һиҙелерлек арттырасаҡ һәм продукцияның сифатын яҡшыртасаҡ.

– Башҡорт микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” "(национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)  милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уңайлы шарттарҙа кредит тәҡдим итә. Был шарттар финанс ресурстарын ҡулайлыраҡ итә, әйләнештәге капиталды һөҙөмтәле тулыландырырға һәм бизнесты үҫтереүгә инвестициялар һалырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Башҡорт микрокредит компанияһы тарафынан бирелгән ташламалы кредит торттарҙы күпләп етештереү процестарын камиллаштырыуға нигеҙ буласаҡ. Был дәүләт ярҙамы алыуҙың тәүге осрағы түгел: 2022 йылда эшҡыуарҙарға 2,1 миллион һум күләмендә кредит бирелгән.

– Тормош иптәшем менән кондитер бизнесында 15 йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә яратҡан бизнесыбыҙға 20 миллион һум самаһы аҡса һалдыҡ. Күпләп етештерелгән арзан торт булдырыу идеяһы беҙҙең икенсе производствонан – айырым торттарҙан килеп сыҡты, – ти эшҡыуар Елена Иванова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас