Стәрлетамаҡ районында ауыл хужалығында пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереүгә арналған семинар булды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү" милли проекты (национальный проект "Технологическое обеспечение технологической безопасности") маҡсаттарына ярашлы уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Тармаҡтың эш һөҙөмтәлелеге тәү сиратта һауа торошо менән бәйле. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, былтыр өҙлөкһөҙ яуым-төшөм сәбәпле уңыштың байтаҡ өлөшө зыян күрҙе. Шуға ла ауыл хужалығы эшсәндәре белә: һауа торошоноң, климаттың “сюрприз”дарына, башҡа төрлө хәлдәргә әҙер тороу мөһим.
– Өҫтәүенә, ер ресурстары яҡшы табыш килтерһен тиһәк, иң яңы технологияларҙы ҡулланырға ынтылырға тейешбеҙ, – тине семинарҙағы сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Был маҡсатта республика райондарында комплекслы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, күптән түгел генә пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында баҫыуҙар эшкәртелер тип күҙ алдына ла килтермәй инек. Улар эшләнде. Тәүгеләре аҙ зарядлы, баҫыуҙарҙы яндыра ине, хәҙер иһә был аппараттар ныҡлы үҫешә. Бөгөнгөләре – баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙең электән килгән традицион сараларына лайыҡлы альтернатива һәм улар әүҙем камиллаша.
Аграр ведомство етәксеһе билдәләүенсә, пилотһыҙ системалар – йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Тап улар ошо йүнәлеште тиҙерәк үҙләштерә, оҫтаға әйләнә.
Әле республикалағы ауыл хужалығы ойошмалары балансында мультиротор тибындағы 13 пилотһыҙ осоу аппараты (дрон-коптерҙар) бар. Улар баҫыу ерҙәрен эшкәртеү, мониторинг үткәреү һәләтенә эйә. 2023-2024 йылдарҙа республикала агродрондар ярҙамында һәм хеҙмәт күрһәтеү килешеүҙәре буйынса сәсеүлектәрҙең 50 мең гектарға яҡын майҙанында мониторинглау, химик эшкәртеү уҙғарылған. Быйыл ошондай эш 90 мең гектарҙа үткәрелгән.
Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә Стәрлетамаҡ районының “Дружба” хужалығы баҫыуҙарында “Баш-Фунгицид” компанияһы вәкилдәре Vector AGR HD 580 һәм DJI Agras Т50 пилотһыҙ осоу аппараттарының нисек эшләүен күрһәтте. Улар сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Әйтеүҙәренсә, хәҙер инде ошондай иң яҡшы аппараттар бер сменала 200 гектарға тиклем сәсеүлекте эшкәртә ала. Тиҙҙән республика баҙарына көсө буйынса ике тапҡыр ҡеүәтлерәк пилотһыҙ осоу аппараттары сығасаҡ. Улар традицион эшкәртеү сараларына ҡарағанда экономиялыраҡ, хаҡтары арзаныраҡ, шул уҡ ваҡытта һауа торошо шарттарына ул тиклем бәйле түгел.