Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Сентябрь 2025, 08:30

Башҡортостан компаниялары еңгән

“Йыл экспортеры-2025” Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабында еңеүселәр араһына ингәндәр.

27 августа Чебоксарҙа Волга буйы федераль округы буйынса “Йыл экспортеры-2025” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡтары яһалды. Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “международная кооперация и экспорт”) ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан компаниялары “Ҙур бизнес” категорияһында бер нисә номинация буйынса еңеүсе тип табылды, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте.

– Конкурс еңеүселәре араһында бизнес-миссияларыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙы һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең партнерҙарын күреү айырыуса ҡыуаныслы. Компаниялар транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ала, шулай уҡ продукцияны халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығарыу буйынса үҙәктән консультация ала ала, – тип билдәләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Беренсе урынды яулаусылар араһында “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бар.

“Шишмә шәкәр заводы” акционерҙар йәмғиәте – “Яңы география” номинацияһында икенсе һәм “Агросәнәғәт комплексының база продукцияһы өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булған.

“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ-экспортер” номинацияһында “Нефтекама яһалма тире етештереү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Лиана Киршина өсөнсө урын алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас