Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
9 Сентябрь 2025, 09:33

Күпер авария хәлендә ине

Башҡортостанда Татарстан менән сиктәш Ыҡ йылғаһы аша күперҙең төҙөлөш әҙерлеге 85 процентҡа етте.

Башҡортостанда Татарстан менән сиктәш Ыҡ йылғаһы аша күперҙең төҙөлөш әҙерлеге 85 процентҡа еткән. Яһалма ҡоролманы реконструкциялау “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә бара, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.

Күперҙең оҙонлоғо 238,5 погон метр тәшкил итә, ҡоролмаға инеү урындары 431,5 метр. Төп эштәр тамамланған, юлсылар ваҡытлыса күпер терәктәре һүтеү, асфальттың өҫкө ҡатламын һалыу, дамба нығытмаларын һәм ҡоролманы буяу, шулай уҡ барьерлы ҡойма һәм яҡтыртыу терәктәре ҡуйыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, белгестәр һыу ағыҙыу урындарын тултыра һәм битләүҙәрҙе нығыта.

– Ыҡ йылғаһы аша күпер ике төбәк араһында транспорт бәйләнеше өсөн мөһим. Реконструкциянан һуң Октябрьский – Уруссу автомобиль юлында трафик тәүлегенә дүрт мең автомобилде тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Шуға күрә был күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙә металл ҡойма, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҡаралған, был бөтә ҡулланыусылар өсөн хәүефһеҙлекте арттыра.

Эштәр графиктан алдараҡ алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ ,Ыҡ йылғаһы аша күпер авария хәлендә булған һәм хәрәкәт өсөн хәүеф тыуҙырған. 2024 йылда реконструкция башлана, ул 2026 йылда тамамланырға тейеш. Әммә подрядсы 2025 йылда уҡ хәрәкәтте башларға әҙер.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас