Төбәк лизинг компанияһы Стәрлетамаҡтан шәхси эшҡыуарға 1,9 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәткән. Матди ярҙам "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентоспособная экономика») милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән, тип хәбәр итә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Бүленгән аҡсаға эшҡыуар Дмитрий Дементьев йөк машинаһы һатып алған. Транспорт ташылған продукция күләмен арттырасаҡ, был компанияның килемен 50 процентҡа арттырыуға килтерәсәк.
"Льготалы лизинг программаһы буйынса яңы транспорт алыу - финанс йөкләмәне кәметергә мөмкинлек биргән һәм компанияларҙың үҫеше өсөн күберәк мөмкинлектәр асҡан дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле сараһы", - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Эшҡыуар Дементьев икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтарын ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә. Продукция күләме артыу менән һыйҙырышлыраҡ машинаға ихтыяж тыуа.
"Төбәк лизинг компанияһына льготалы лизингҡа ярҙам программаһы буйынса автомобиль һатып алыу мөмкинлеге биргәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был ойошмаға артабан да үҫешеүен һәм төбәк эшҡыуарҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программаларҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләйем", - тине Дмитрий Дементьев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.