Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы медицина ҡорамалы – оптик когерентлы томограф алынды.
Оптик когерентлы томограф – күҙ структураларының ҡатламлы киҫелештәрен күрергә мөмкинлек биреүсе диагностик прибор. Реаль ваҡыт режимында юғары асыҡлыҡтағы һүрәттәр алырға мөмкин. Оптик томограф ярҙамында күҙ алмаһының алғы һәм артҡы киҫентеләренә анализ үткәрергә була.
– Бындай заманса ҡорамал офтальмология диагностикаһында беҙҙең мөмкинлектәрҙе һиҙелерлек киңәйтәсәк. Күҙ ауырыуҙарын иртә стадияла тиҙерәк һәм теүәлерәк асыҡларға ярҙам итәсәк. Был пациенттарҙы ваҡытында һәм һөҙөмтәле дауалауҙа бик мөһим, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.