Башҡортостандағы инвестиция порталында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә ғаризалар һаны артҡан.Йыл башынан INVESTRB порталына «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында муниципаль бизнес-шәрифтәр менән осрашыуға 331 заявка килгән, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Эшҡыуарҙар өсөн электрон хеҙмәттәрҙе үҫтереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” (национальный проект «Экономика данных») милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
Был ғаризаларҙың күбеһе Дүртөйлө, Мәләүез, Благовещен, Асҡын, Әлшәй һәм Учалы райондарында ҡабул ителгән.
Эшҡыуарҙар бизнес-шәрифтар менән тәү сиратта үҙ эшмәкәрлегенең популяр йүнәлештәре буйынса бәйләнешкә инә: туризм һәм юл буйы хеҙмәттәре, ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт һәм башҡа мәсьәләләр. Мәҫәлән, ғаризаларҙың дүрттән өс өлөшө инвестиция һәм бизнесты үҫтереүгә бәйле.
– Инвестиция порталының электрон хеҙмәте – эшҡыуарҙар өсөн генә түгел, бизнес-шәрифтар өсөн дә ярҙам. Бизнес-ғаризаларҙы күҙәтеү һәм йыйыу өсөн платформаны әүҙем ҡулланыу дөйөм статистика йыйыу һәм уларҙың барышын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. 2020 йылдың ғинуарынан алып «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» кәңәшмәләрендә ҡатнашыуға йәмғеһе 9267 ғариза ҡабул ителгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың һанлы үҫеш һәм дәүләт идараһы министры Геннадий Разумикин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.