Башҡортостан клиникаһы яңы ҡорамалдарға дәүләт лизингы ярҙамын алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы Өфөләге “Беренсе ҡыҙым” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эстетика косметологияһы клиникаһына хаҡы 4,9 миллион һум булған лазер комплексын һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән. Сумма финанслауы 3,7 миллион һум тәшкил итә һәм ул 36 айға иҫәпләнгән.
– Финанс лизингы механизмын файҙаланыу медицина ойошмаларының техник базаһын заманлаштырыуға һәм заманса медицина технологиялары спектрын киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Был бигерәк тә ҙур булмаған, дауалауҙың яңы ысулдарын сафҡа индерергә, пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең юғары стандарттарын булдырырға тырышҡан клиникаларға хас, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Беренсе ҡыҙым” йәмғимәте директоры Ольга Орлова заманса ҡорамалдың косметология һәм дерматология процедураларының һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итеүе тураһында ла белдергән.