Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
22 Сентябрь 2025, 05:27

Стәрлетамаҡ дауаханаһына ультратауыш сканеры килде

"Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлауҙы һәм пациенттарыбыҙҙы һөҙөмтәле дауалауҙы тәьмин итеү өсөн заманса технологиялар индерергә тырышабыҙ".

Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары – ультратауыш сканеры килтерелде.

Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ультратауыш сканеры – эске ағзаларҙың һәм туҡымаларҙың анығыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк һүрәттәрен алырға мөмкинлек биргән заманса диагностика приборы. Был ҡорамалдар табиптарҙың инвазив булмаған тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлектәрен киңәйтә, диагностиканың аныҡлығын арттыра һәм һөҙөмтәләрҙе көтөп тороу ваҡытын кәметә.

– Был ҡорамалдар Стәрлетамаҡ һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамының сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк. Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлауҙы һәм пациенттарыбыҙҙы һөҙөмтәле дауалауҙы тәьмин итеү өсөн заманса технологиялар индерергә тырышабыҙ, – тип билдәләне баш табип Илшат Яппаров.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас