Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Сентябрь 2025, 03:36

Аҡтуғандарҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ

Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған, пандус ҡуйылған, ишек уйымдары киңәйтелгән.

Ҡалтасы районының Аҡтуған ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Медицина пункты Аҡтуған һәм Семенкин ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә, барлығы – 342 кеше. Яңы бина бөтә заман талаптарына яуап бирә. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған, пандус ҡуйылған, ишек уйымдары киңәйтелгән, пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедуралар башҡарыу  өсөн уңайлы кабинеттар бар. Ауылдаштар сәләмәтлеген тәжрибәле фельдшер Марина Әхмәтшина хәстәрләйәсәк.  2008 йылдан алып ул ошо мөһим өлкәлә хеҙмәт итә.

– Беҙҙең ауыл халҡы өсөн яңы медицина пункты асылыуы  ҙур һөйөнөс. Хәҙер яҡташтарыбыҙ медицина ярҙамын тиҙерәк аласаҡ һәм сифаты ла юғарыраҡ буласаҡ, – тине фельдшер Марина Әхмәтшина.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас