Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Сентябрь 2025, 03:34

Ғаризалар 10 октябрҙән ҡабул ителә

Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан эшҡыуарҙары туризм буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамын ала. Конкурс һайлауы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект  “Туризм и гостеприимство”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле үткәрелә.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан быйыл 10 октябрҙән республика биләмәһендә туризм инфраструкт ураһы буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә.

“Гранттар рәүешендә дәүләт ярҙамы төбәктең туризм өлкәһенең үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, субсидиялар ярҙамында туристик ҡорамалдарҙы һатып алыу, пляждарҙы үҫтереү, урынлашыу өсөн яңы объекттарҙы төҙөү мөмкинлеге һөҙөмтәһендә республикала туризм көнәркәшле һәм тотороҡло була”, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Был конкурста субсидияларҙы ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Бирелгән аҡсаға туризм өсөн ҡорам алдар һатып алырға була.

Сығанаҡ: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы; 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас