Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Сентябрь 2025, 03:37

Бөрө яҡтарында юлдар яҡшыра

Был хәүефһеҙлекте лә, уңайлыҡты ла хәстәрләй.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни) Бөрө – Новодесяткино – Чирша - Тартыш юлында асфальт-бетон япма яңыртылды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Юлсылар әле Бөрө районында Акуди ауылы эргәһендәге ике километр оҙонлоғондағы участкала эш алып бара. Сентябрҙә подрядсы ойошма тигеҙләй торған ҡатламды, япманы эшләгән, яндауыр таштарын ҡуйған, туҡталыу майҙансыҡтарында ла япманы яңыртҡан.

- Был юл Бөрө һәм Кушнаренко райондарындағы ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлылыҡты арттыра. Бында муниципаль маршруттар буйынса ла автобустар йөрөй. Ремонт башҡарылыуы юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте һәм уңайллылыҡты хәстәрләй, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Яҡын арала юлсылар тамғалар һалырға йыйына. 2025 йыл аҙағына тиклем ремонт эштәрен тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас