Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
24 Сентябрь 2025, 03:38

Күмертауҙа быуа биләмәһен төҙөкләндерәләр

Иҫке быуа биләмәһен төҙөкләндереүҙән тыш, ағымдағы йылда Күмертауҙа “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса йәнә ике йәмәғәт киңлеге үҙгәртелә.

Күмертауҙа “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса иҫке быуала төҙөкләндереүҙең беренсе этабы үткәрелә. Үҙгәрештәр көнсығыш ярҙа башланған, киләһе йылға көнбайыш яр ҙа үҙгәртеләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Быйыл йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, бөтә яр буйлап һәм күперҙә электр бағаналары ҡуйыла, яҡтыртыу системаһы монтажлана, пляж зонаһы георәшәткә менән нығытыла һәм ваҡ ҡом менән ҡаплана. Яр буйында модуль кейенеү бүлмәләре, эскәмйәләр, сүп-сар контейнерҙары барлыҡҡа килгән. Шишмәгә юл бетондан газон рәшәткәһе менән түшәлгән.

Күмертау хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлгән фонтан быуала иң ҡыҙыҡлы яңылыҡ булды. Ул 10.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем эшләй һәм киске ваҡытта яҡтыртыла.

– Әле күргәндәребеҙ – эштәрҙең барыһы ла түгел әле. Быуала воркаут һәм пляж волейболы өсөн спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Быйыл өлөшләтә автомобиль юлын түшәйәсәкбеҙ, ҡалғандары һуңынан. Яҡтылыҡты быуанан Доковская урамына тиклем оҙайтырға уйлайбыҙ. Киләһе йылға эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов.

Иҫке быуа биләмәһен төҙөкләндереүҙән тыш, ағымдағы йылда Күмертауҙа “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса йәнә ике йәмәғәт киңлеге үҙгәртелә. Был “Таң” мәҙәниәт һарайы һәм вокзал яны майҙаны биләмәләре.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас