Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
25 Сентябрь 2025, 03:35

Нефтекамала ГТО фестивале үтте

Сара «Торпедо» стадионында уҙған. Ҡатнашыусылар 60 метрға йүгереүҙә, ҡалҡыныуҙа һәм башҡа дисциплиналарҙа ярышҡан. 

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») маҡсаттарына ярашлы, Нефтекамала муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале үткән. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Сара «Торпедо» стадионында уҙған. Ҡатнашыусылар 60 метрға йүгереүҙә, ҡалҡыныуҙа һәм башҡа дисциплиналарҙа ярышҡан. Маҡсат – көслөләрҙе асыҡлау ғына түгел, ә команда рухын нығытыу, шулай уҡ хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу. Ярыштарҙа элек нормативтарҙы уңышлы тапшырған ҡайһы бер ҡатнашыусыларға тантаналы рәүештә ГТО-ның отличие билдәләре тапшырылған.

Фестивалдә иҡтисад бүлеге, һатып алыуҙар секторы һәм бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре ингән йыйылма команда еңеү яулаған. Икенсе урында – «Нефтекамскстройзаказчик» төҙөлөш предприятиеһы командаһы, ә өсөнсө урынға торлаҡ бүлеге, муниципаль контроль секторы һәм ҡала хакимиәте ҡарамағындағы административ комиссия ағзаларын берләштергән йыйылма команда өлгәшкән. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле сертификаттар алған.

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға, Рәсәй халҡының йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балаларға күнекмәләр үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас