Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
30 Сентябрь 2025, 05:03

Эшҡыуар әсәйҙәр араһында еңеүсе асыҡланды

Түбәнге Йәркәй ауылынан эшҡыуар Әлфиә Латипова 150 мең һум күләмендә федераль грант алған.

“Эшҡыуар әсәй” федераль белем биреү программаһының республика этабы тамамланды. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сараларына ярашлы үтә. Яңылыҡты республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Быйыл программаның республика этабында ҡатнашыуға 145 ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән, шуларҙың 31-е һайлап алыу этабын уңышлы үткән һәм үҙенең бизнес башланғыстарын яҡлауға өлгәшкән. Өфөлә 15–19 сентябрҙә офлайн-интенсив тәртибендә уҡыу үтте.

Түбәнге Йәркәй ауылынан эшҡыуар Әлфиә Латипова 150 мең һум күләмендә федераль грант алған. Бынан тыш, программаның генераль партнеры – бизнес өсөн “Минең эш” бухгалтерияһы профессиональ бухгалтерҙарҙан өс бушлай консультация алыуға сертификат тапшырған. Ике ул үҫтергән әсә баҡса еләге үҫтерә һәм алынған аҡсаны яңы теплица һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй.

– “Эшҡыуар әсәй” программаһы кеүек белем биреү алымдары үҙ эшен асырға йыйынған ҡатын-ҡыҙға ныҡ ярҙам итә. Уларға яратҡан эше бизнес алып барыуҙа кәрәкле алымдарҙы өйрәнеү һәм мотивация менән берләштереү мөмкинлеге бирә, –  тигән фекерҙә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас