Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
2 Октябрь 2025, 04:48

Ҙур ҡалалар табиптарын да эшкә йәлеп итәләр

Медицина үҙәге ҡорамалын яңыртты.

Салауат районында “РиА-МЕД” медицина үҙәге төбәк лизинг компанияһы ярҙамында яңы эндоскопик ҡорамал алды. Быға “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙам итте.

– Лизинг – ҡорамалды һатып алыу хоҡуғы менән оҙайлы ҡуртымға алып файҙаланыу формаһы. Был айырыуса медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу өсөн технологиялар яңыртыуға мохтаж медицина учреждениеларына уңайлы. 2025 йылдың һигеҙ айында медицина учреждениелары лизинг компанияһы ярҙамында 14 миллион һумлыҡ суммаға яңы ҡорамалдар алды, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

“РиА-МЕД” медицина үҙәге - Салауат районында берҙән-бер күп профилле медицина клиникаһы. Бында көн һайын төрлө белгеслек табиптары ҡабул итә, башҡа эре ҡалалар табиптарын да йәлеп итәләр. Яңы ҡорамал хеҙмәттәр исемлеген арттырасаҡ, онкология сирҙәрен һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәре патологияларын диагностикаларға ярҙам итәсәк.

Иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. Шуларҙың береһе – “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас