Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
3 Октябрь 2025, 03:37

Балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәт үҙәктәре ойошторола

Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Республикабыҙҙа киләһе йылда "Ғаилә" милли проекты (национальный проект "Семья") ярҙамында, федераль бюджет иҫәбенә Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Балтас, Мәләүез райондарындағы алты мәҙәни-ял итеү учреждениеһы, шулай уҡ Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәге заманса үҙгәреш кисерергә тейеш. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итәләр.

Учреждениелар инфраструктураны төптән яңыртыу, заманса технологиялар индереү, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, китап фондтарын тулыландырыу мөмкинлегенә эйә була.

Бынан тыш, милли проектты тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы, Өфө һәм Сибай ҡалаларында ике яңы балалар мәҙәни-мәғрифәт үҙәге барлыҡҡа килеүе көтөлә.

– Мәҙәниәт-ял учреждениелары мәғрифәти, мәҙәни һәм социаль башланғыстарҙы берләштергән күп функциялы йәмәғәт киңлектәренә әйләнә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу халыҡҡа заманса мәҙәни хеҙмәттәр күрһәтеүгә юл аса һәм үҫеш, аралашыу, белемде үҙаллы арттырыуға ҡоролған уңайлы мөхит булдырыуға ярҙам итә, – тип билдәләй Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Мәғлүмәт: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас